Ул учреждениеның енәйәт-башҡарыу системаһының етештереү базаһы менән танышты һәм федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы етәксеһе Владислав Дзюба менән үҙ-ара эшмәкәрлектең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республика башлығы колонияның торлаҡ зонаһын, ашхана, китапхана, клуб, шулай уҡ етештереү цехтарын ҡараны. Учреждение етәксеһе Евгений Аристов майҙансыҡта үҙенең икмәкханаһы, макарон изделиелары етештереү цехы булыуын һөйләне. Бынан тыш, колонияның ярҙамсы хужалығы ла бар. Төп аҙыҡ-түлекте Башҡортостан биләмәһендәге холоҡ төҙәтеү учреждениелары етештерә.
Төбәк етәксеһенә ҡойоу һәм һөт цехтарының, шулай уҡ металл эшкәртеү участкаһының нисек эшләүен күрһәттеләр. Колонияла ойошторолған продукция күргәҙмәһендә республиканың холоҡ төҙәтеү учреждениеларында хөкөм ителгәндәр етештергән тауар өлгөләре тәҡдим ителде. Былтыр етештерелгән тауарҙар, башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме 1 миллиард 300 миллион һумдан ашып киткән. Башҡортостан башлығы федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығына еңел сәнәғәткә ярҙам итеү республика программаһы мөмкинлектәренән файҙаланырға һәм яңы станоктар һәм ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар алырға тәҡдим итте.