Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, FliRT штамын йоҡтороу осраҡтары теркәлмәгән. Белгестәр әйтеүенсә, коронавирустың яңы өлгөһө ҙур хәүеф тыуҙырмай. Халыҡта COVID-19-ға иммунитет барлыҡҡа килде. Яңы штамдарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Әммә ябай санитар-гигиена талаптарын үтәргә кәңәш ителә. Рәсәйҙә 180-гә яҡын кешелә коронавирустың яңы өлгөһө асыҡланған.