Башҡортостан һәм Ҡарағалпаҡстан хеҙмәттәшлекте нығыта

Беҙҙең республикаға ошо көндәрҙә Үзбәкстандан рәсми делегациялар килә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡарағалпаҡстан министрҙар советы рәйесе Фарход Эрманов осрашыуында уртаҡ проекттар булдырырға килешелде. “Инвестициялар йәлеп итеү өсөн эшҡыуарҙарға уңайлы һәм ышаныслы шарттар булдырырға кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Ҡарағалпаҡстандан 40-тан ашыу эшҡыуар килде. Делегация төрлө ойошмаларҙа булды. Фарход Эрманов Башҡортостанда цемент заводы асырға һәм йәшелсә-емеш оҙатырға тәҡдим итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киләһе аҙнала Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре форумы үтә. Унда Башҡортостандан рәсми делегация ҡатнаша. Форум барышында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡарала. “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына Үзбәкстандан өс өлкә вәкилдәре килә. Форум Сибай ҡалаһында иртәгә башлана.