Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, рәсми билдәлә төбәктәрҙең теләктәре һәм тәҡдимдәре иҫәпкә алынған. Берҙәм һайлау көнө сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә уҙғарыла. 83 төбәктә төрлө кимәлдәге 4 меңгә яҡын һайлау кампанияһы ойошторола. Барлығы 35 меңдән ашыу мандат бүленә, 55 миллион һайлаусы ҡатнаша ала. 8 сентябрҙә Башҡортостанда Республика башлығы һайлана.