Уҡыусыларға көмөш миҙал да тапшырыласаҡ

Быйылдан Башҡортостан мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусыларына алтын миҙалдан тыш, көмөшө лә тапшырыла. Был турала “Сәләм” тапшырыуында Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Светлана Антипина белдерҙе. Һүҙ аттестатта тик "бишле" билдәләре булған егет һәм ҡыҙҙар тураһында бара. Республикала  дәүләт аттестацияһына 51 мең 9-сы, 15 мең ярым 11-се класс уҡыусыһы әҙерләнә. 24 май “Һуңғы ҡыңғырау” байрамынан һуң, имтихандар башлана.