Быйыл 20 мең кеше «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы сиктәрендә республика буйлап бер көнлөк бушлай сәйәхәткә сыға. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. 2020 йылдан алып дәүләт программаһы менән 34 меңдән ашыу кеше файҙаланған.
Проектта ҡатнашҡан туроператорҙар төрлө ҡатмарлылыҡтағы маршруттар әҙерләй. Һәр сәфәрҙә мотлаҡ ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе планлаштырылған. Былтыр «Башҡорт - Беларусь оҙон ғүмерлелеге» программаһының айырым йүнәлеше ғәмәлгә ашырыла башланы
. Белоруссия буйлап аҙналыҡ сәйәхәткә 1 мең 621 кеше барҙы. Быйыл тағы мең ярым кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланыр тип көтөлә. «Үзбәкстандан коллегаларыбыҙ менән «көмөш» йәштәге туристар өсөн был илгә лә турҙар башларға һөйләшеп килештек. Беҙҙең өлкән быуында Санкт-Петербург ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, быйыл да ошо программа буйынса төньяҡ баш ҡалаға сәфәрҙәр ойошторорға ниәтләйбеҙ», тип яҙған Башҡортостан башлығы.