Өфөнөң 450 йыллығына 450 биттән торған альбом. Баш ҡала юбилейына мегаполистың иң матур архитектураһы, иҫтәлекле урындары, халҡын һүрәтләгән фотокитап барлыҡҡа киләсәк. Уны «Комсомольская правда» гәзите мөхәриррҙәре һәм рәссамдары төҙөй. Әле улар баш ҡалала фото төшөрөү менән шөғөлләнә. Бер-нисә көн эсендә генә Өфөгә ғашиҡ булдыҡ, ти хәбәрселәр. Ҡунаҡтар юбилейына әҙерләнгән баш ҡалабыҙҙы бөтөнләй икенсе яҡтан асмаҡсы.
Фоторәссам бер нисә көн эсендә генә биш меңдән ашыу кадр яһаған. Тағы ла шул сама төшөрөргә тура киләсәк. Ә альбомға мең ярым тирәһе һүрәт инәсәк. Шуға күрә яҡшыларҙың араһынан да иң яҡшыһын һайлап алыу ауырға тура киләсәк, ти ул. Өфөнө юбилейға әҙерләнгән мәлендә фотоға төшөрөү тағы ла бер үҙенсәлек. Әле бар ерҙә лә ремонт бара. Шуға күрә фоторәссамгә ракурс һайлауы ла ҡатмарлаша. Ә бит альбом күп йылдарға иҫәпләнгән һәм яңыһы 500 йыллыҡты билдәләгәндә генә баҫтырыласаҡ.