Асҡын районы Барахаевка ауылында йәшәүсе тимерҙән күҙ яуын алырлыҡ продукция етештерә

Уның ҡулында тимер йәнләнә. Асҡын районы Барахаевка ауылынан Эдуард Тимерғәлин тимерҙән күҙ яуын алырлыҡ продукция етештерә. «Атайсал» проекты сиктәрендә ул тыуған ауылын һәм районын төҙөкләндерә. Оҫта менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Бында тимер сүкегән тауыш бер ваҡытта ла тынмай. Эдуард Тимерғәлин ут һәм сүкеш ярҙамында тимер киҫәгенә яңы формалар биреп төрлө әйберҙәр тыуҙыра. Табыш алыу өсөн генә түгел, ә күңеле өсөн эшләй ул. Оҫта тимерселәр династияһынан. Сит төбәктә йәшәп, тәжрибә туплағандан һуң, Эдуард тыуған ауылына ҡайта, оҫтахана асып үҙ эшен булдыра.

Заводта эшләгән осорҙа тимерселек эшен ентекле өйрәндем. Материал төрлө шарттарҙа үҙен нисек тотоуын яҡшы беләм. «Атайсал» сиктәрендә эшләнгән эштәр күңелде күтәрә, илһамландыра. Был маҡтаныу түгел, проектҡа күберәк кешеләр ҡушылып, тыуған яғыбыҙҙы матурыраҡ, зауыҡлыраҡ итеү хыялы.

Эдуард Тимерғәлин, тимерсе, «Атайсал» проектында ҡатнашыусы

Эш оҫтаға хеҙмәт итә, ә оҫта кешеләргә... «Атайсал» проекты сиктәрендә Эдуард Тимерғәлин тыуған яғына кәмендә 3 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. Район үҙәгендәге мәсетте кәртәләй, уның алдына ярым ай формаһындағы арт объект урынлаштыра, шулай уҡ төрлө ауылдарҙағы биҙәктәр менән семәрләнгән тимер күперҙәр, ҡойма, баҫҡыстар, бәләкәй архитектруа формалары - оҫтаның эше.

Әлбиттә, тыуған яғым тип янып-көйөп йәшәгән кеше махсус хәрби операция башланғас, ситтә ҡала алмай. Эдуард яугирҙарға гуманитар йөк ташый башлай һәм алғы һыҙыҡта яҡташтарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Шәхсән үҙе бер нисә УАЗ машинаһы, төндә күреү приборҙары, прицелдар алып бара.

Ике машинаны таныштарым металға тапшырырға уйлай ине. Мин уларҙы туҡтаттым, икеһенән бер машина йыйып махсус хәрби операцияға ебәрергә кәрәк тинем. Ошо арала ремонтлай башлаясаҡбыҙ. Тышҡы яҡтан машиналар ҡурҡыныс күренһә лә, ремонттан һуң, барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Эдуард Тимерғәлин, тимерсе, «Атайсал» проектында ҡатнашыусы

Әлеге ваҡытта Асҡын районында «Атайсал» проекты сиктәрендә мең ярымдан ашыу изге ғәмәл тормошҡа ашырылған.

Эдуард Тимерғәлин иһә цехта етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Бының өсөн эш ҡулдары етәрлек. Иң мөһиме оҫталарҙың беләктәре талмаһын, йөрәктәрендә дәрт һүнмәһен.

Әлфинә Килдейәрова