Былтыр республика юлдарында һәләк булыусыларҙы 390 кешегә кәметеүгә өлгәшелгән. Радий Хәбиров Транспорт өлкәһеРадий Хәбиров Виктор Басаргин менән осраштын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Басаргин менән осрашыуҙа ошо йүнәлештәге эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Республика башлығы әйтеүенсә, төбәктә рөхсәтһеҙ пассажирҙар ташыуҙы иҫкәртеү, юл хәрәкте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, автомобиль трассаларын контролдә тотоу буйынса ҙур эш башҡарыла. Федераль ведомство етәксеһе лә Башҡортостандың транспорт өлкәһе ҡаҙаныштарын юғары баһаланы. Осрашыу һуңында Виктор Басаргин Башҡортостан башлығын «Хеҙмәттәшлек өсөн» ведомство миҙалы менән бүләкләне.