Республикала барған «Эшҡыуарлыҡ аҙналығы»нда «Ҡатын-ҡыҙ бизнесы көнө» үтте

Тематик аҙнаны эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттары, йәмәғәт ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары булышлығында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойоштора.

«Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары» ойошмаһы Рәсәйҙә 20 йылдан ашыу эшләй, Башҡортостанда уның бүлексәһе былтыр барлыҡҡа килә. Бер йыл эсендә ойошма эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән 140 гүзәл затты берләштергән. Төбәктә 4 вәкиллек асыла. Улар Стәрлетамаҡ, Күмертау, Октябрьский һәм Бәләбәй ҡалаларында урынлашҡан. Ойошма ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу менән дә актив шөғөлләнә. Былтыр 500-ҙән ашыу эшҡыуар бизнес-акселераторҙа белемен камиллаштырған. Өфөлә үткән «Ҡатын-ҡыҙ бизнесы көнө» төрлө осрашыуҙарға бай булды. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү, хеҙмәткәрҙәрҙе эҙләү, халыҡ алдында сығыш яһау темаларына бағышланған лекциялар үтте.

Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ҡатын-ҡыҙ, ир-ат бизнесы тип айырмайбыҙ. Ләкин әлеге ваҡытта тап ошо йүнәлештә һорау бар. Башҡортостандағы барлыҡ эшҡыуарҙарҙың 40 проценты гүзәл заттар. Улар косметика, биҙәнеп-төҙәнеү өлкәһендә генә эшләмәй. Төрлө завод, фабриакаларҙы ла етәкләйҙәр. Киләсәктә һәр береһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләрбеҙ тип ышанам.

Зөһрә Гордиенко, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры