Ғафури районы Красноусол ауылында Алмаз Шафиҡовҡа хәтер таҡтаһы асылды

Ғафури районы Красноусол ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Алмаз Шафиҡовҡа хәтер таҡтаһы асылды. Объект һалдат тамамлаған 3-сө урта мәктәп бинаһына ҡуйылған. Медицина йүнәлешендә белеме булғанлыҡтан ул фронтта санитар булып хеҙмәт итә. Бынан тыш, пулеметчик вазифаһын башҡара. Хәрби бурысын үтәгән саҡта былтыр ғинуарҙа батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң, Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнә. Геройҙың ҡатыны һәм 3 йәшлек улы ҡалған.. Геройҙың ҡустыһы ла хәрби йүнәлештә хеҙмәт итә.