Өфөлә «Альбанов уҡыуҙары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы башланды

Сара Арктиканы өйрәнгән легендар шәхес Валериан Альбанов иҫтәлегенә бағышланған.

Сара тарихи хәтерҙе һаҡлау, ҡотопсо-яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштарын популярлаштырыу, йәштәрҙә Арктикаға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелә. Конференция Валериан Альбановтың барельефына сәскә һалыу тантанаһынан башланды. Унда хөкүмәт органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Рәсәйҙең төрлө нөктәләренән йыйылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Валериан Альбанов 1882 йылдың 26 майында Өфөлә тыуа. Өс йыл элек баш ҡалала уның исемен йөрөткән Ҡотопсолар музейы асылғайны. Унда 100-ҙән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин.

«Альбанов уҡыуҙары» Бөтә Рәсәй конференцияһы ике көнгә иҫәпләнгән. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Архангельск, Мурманск, Орел, Ханты-Манси, Воркута ҡалалары әвкилдәре сығыш яһай. Форум бер нисә йүнәлештә эш алып бара. Донъяла Арктиканың геосәйәси әһәмиәте үҫкәндән-үҫә, «Альбанов уҡыуҙары»н үткәреү Рәсәйҙең төньяҡ сиктәрен тикшереүгә тағы ла ҡыҙыҡһыныу уятыр, тигән өмөттә ойоштороусылар.