Хәйбулла районында «Президент ярыштары» үтте

Оҙонлоҡҡа һикереү, турникта тартылыу, пресс, йүгереү һәм башҡалар. Был «Президент ярыштары» спорт күп алышы күнегеүҙәре. Бөтә Рәсәй спорт ярыштарының төбәк этабы Хәйбулла районында ойошторолдо. Унда республиканың 15 районынан йәш спортсылар ҡатнашты.

Уҡыусылар өсөн ярыш программаһы Президент Владимир Путин указы буйынса 2010 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Спорт күп алышы 4 этапта үткәрелә: мәктәп, муниципаль, төбәк һәм бөтә ил күләмендә. Спорт күп алышы ярыштарынан тыш, уҡыусыларҙың теоретик конкурсында спорт тураһында белемдәре лә тикшерелде.

Ике көн дауамында ярышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең физик мөмкинлектәрен һәм команда рухын күрһәтте. Һөҙөмтәлә Бөрйән районы командаһы -3- сө, Ҡыйғы районы егеттәре икенсе урын яуланы. Хәйбулланың йәш спортсылары республика этабының абсолют чемпионы булды. Тап улар финалда Краснодарҙа республика данын яҡлаясаҡ.

2023 йылда Стәрлетамаҡта ярышып икенсе урын яуланыҡ. Хәйбуллалағы ярыштарға еңеү яулау маҡсаты менән килдек.

Айгизә Мирсаяпова, Ҡыйғы районы командаһы спортсыһы