Башҡортостандың халыҡ артисы махсус хәрби операция ихтыяждарына 3 миллион һум аҡса тапшырған

«Әсән» ҡушаматлы яугир 20 көнлөк реабилитацияға ҡайтҡан. Яу яланында уның ҡабырғаһы һынған. Әммә хәрбиҙәр алған йәрәхәттәр менән сағыштырғанда, был еңелсә имгәнеү генә, ти билдәле яҡташыбыҙ. Шуға ла ул Оборона министрлығы бүлгән 3 миллион һум компенсацияны еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлтергә ниәтләгән. Республика башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән һөйләшкәндән һуң, ул «Башҡортостан» полкына пилотһыҙ осоу аппараттары һәм медицина ротаһына башҡа кәрәк-яраҡтар, ә инде ҡалған суммаға Бишбүләк һәм Дүртөйлө райондарында маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәргә тейешле материалдар һатып алырға ҡарар иткән.