Һөнәрмәндәр ярышы бөгөн Өфөлә үтте. Республиканың төрлө предприятиеларынан килгән хеҙмәткәрҙәр теоретик һәм практик белемен һынап ҡараны. Төбәк еңеүсеһе Башҡортостан данын федераль округ кимәлендә яҡлаясаҡ. Эшсе һөнәр эйәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
Иретеп- йәбештереүсе эше ювелирҙыҡына оҡшаш. Бигерәк тә конкурс сиктәрендә йәбештерелгән тимер киҫәктәренең һәр бер сантиметры үлсәнә, эштең камиллығы баһалана. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки был бәйгелә тәжрибәлеләр көс һынаша.
Ә кемдер һөнәр оҫталығын тәүгә һынай. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла республика предприятиеларында хеҙмәт итә. «Ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ» тигәнгә яуап ҡайтармай, тыйнаҡ йылмаялар. Улар һөйләргә түгел, ҡул менән эшләргә күнеккән.
Конкурс барышында оҫта алдында ике тимер өлөшөн иретеп- йәбештереү бурысы тора. Иң тәүҙә уны таҙартырға кәрәк. Юғиһә, ҡыуышлыҡ ҡалыуы ихтимал. Быныһы конкурста рентгтен аша тикшерелә. Ғөмүмән, бәйге эшсе һөнәренең абруйын арттырыр, тигән ышаныста ойоштороусылар.
Конкурс Өфөләге иретеп - йәбештереү колледжында үтә. Бындағы оҫтаханалар ысынбарлыҡтағы эш шарттарынан хатта уңайлыраҡ. Конкурста ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамамлаған егеттәр ҙә ҡатнаша.
Ә конкурс еңеүселәре иһә республика данын киләһе этапта яҡлаясаҡ. Финал быйыл ноябрҙә Санкт-Петербургта үтер, тип көтөлә.
Рәзилә Ғиниәтуллина