Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, февраль аҙағында Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә ошо үҙгәрештәрҙең мөһимлеген билдәләгәйне. Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов депутаттар алдында тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.
Һалым ставкаларын үҙгәртеү ил халҡының күпселегенә ҡағылырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта килеме түбән булған ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн физик шәхестәрҙең килеменә һалымды кәметеү ҡарала, ә түләнгән һалымдарҙың бер өлөшөн календарь йыл йомғаҡтары буйынса кире ҡайтарырға мөмкин буласаҡ. Эксперттар билдәләүенсә, һалым системаһын яңыртыу социаль өлкәгә өҫтәмә аҡса бирәсәк.