Быйыл уға ярашлы 20 мең кеше өсөн республика буйлап бер көнлөк бушлай сәфәр ойошторола. - Был программа өлкән йәштәгеләр өсөн. Ғүмере буйы Башҡортостанда йәшәп уның матурлығын күрмәгән кешеләр бар, - тип яҙа социаль селтәрҙә Радий Хәбиров. Программа буйынса шулай уҡ Үзбәкстанға сәфәр ойоштороу мөмкинлеге ҡарала.