"Комсомольская правда" Өфөнөң 450 йыллығына фотоальбом сығара

Медиатөркөмдөң ижади командаһы Башҡортостанға килде. Улар аҙна аҙағына тиклем була. Төҙөлөш барған Көрәш һарайы, Салауат Юлаев һәйкәле  урынлашҡан майҙан, АРТ-Квадрат, "Ҡашҡаҙан" һәм "Нефтехимиктар" парктары, студенттар кампусын ҡаранылар. Фотоальбомдың быйыл йәй аҙағына әҙер булыуы  көтөлә. Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төп тантаналар августа көтөлә.