Ялдан һуң, кире яуға. Башҡортостандан, ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы төркөм яугирҙар юлланды. Йөҙҙән ашыу яугир өсөн уңайлы автобустар бүленгән. Колонна Донбассҡа ике көндә барып етәсәк. Һалдаттарҙың күп өлөшө Ватанға ялға икенсе, йә өсөнсө тапҡыр ҡайтҡан. Ял ваҡытында туғандары менән күрешеп, йорт эштәрен менән булышҡан. Юлға сығыусыларҙы «Өфө-арена» спорт һарайы майҙанында ата-әсәләре, тормош иптәштәре, балалары оҙатты.
Йолаға ярашлы, яугирҙарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатты. Тантана барышында ул ир-егеттәргә именлек, еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләне. Автобустар ҡуҙғалыр алдынан дәүләт эшмәкәре хәрбиҙәр менән шәхсән аралашып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә вәғәҙәләне.