Өфөлә яҙыусыларҙың «Халыҡтар дуҫлығы - әҙәбиәт дуҫлығы» күсмә пленумы уҙҙы

Китап байрамы сиктәрендә бөгөн Өфөлә яҙыусыларҙың «Халыҡтар дуҫлығы - әҙәбиәт дуҫлығы» күсмә пленумы уҙҙы.

Пленумда Рәсәй яҙыусылар Союзының Мордовия, Яҡутия, Дағстан, Чечня, Татарстан һәм башҡа милли төбәктәре бүлексәләре етәкселәре ҡатнашты. Рәсәй яҙыусылар Союзы пленумы, ғәҙәттә, мәҙәниәтте, милли мәҙәни-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға тәрән иғтибар өлгөһө булған төбәктәрҙә уҙа. Өфөгә тиклем пленумдар Дағстанда, Яҡутияла, Белгород өлкәһендә булды. Башҡортостан яҙыусылар союзы ойошторолоуға быйыл 90 йыл. Радий Хәбиров пленумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп республика яҙыусыларының эшмәкәрлеге, хәҙерге заманда әҙәби һүҙҙең ҡиммәте тураһында һөйләне.

Пленумда милли телдәрҙе һаҡлау, төбәктәр араһында мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһендә үҙ-ара аралашып эш итеүгә иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге билдәләнде.