Өфөлә күренекле опера йырсыһы Федор Шаляпин исемендәге музей асылды

Бөйөк йырсы иҫтәлегенә. Өфөлә күренекле опера йырсыһы Федор Шаляпин исемендәге музей асылды. Реконструкцияланған Соловьевтар йортонда урынлашҡан тарихи объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә тотош музейҙар кварталы барлыҡҡа килде тип билдәләне. Бынан тыш ҡайтарылған исемдәр музейы нигеҙенә лә тәүге таш һалынды. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.

Федор Шаляпин иҫтәлегенә асылған музейҙа һәр нәмә шәхестең бай ижади ғүмере тураһында һөйләй. Рояль, музыкаль яҙмалар, гримм көҙгөһө , китаптар, сәхнә образдары, биҙәүестәр...Музей коллекцияһында 900-ҙән ашыу әйбер иҫәпләнә. Бер йыл самаһы проектланған музейҙа бөйөк йырсының шәхесенә һәм сәхнә тормошона бағышланған экспозиция урын алған. Музей хеҙмәткәрҙәре тамашасыларға Федор Шаляпин сығыш яһаған донъя театрҙары тураһында ла һөйләйәсәк.

Экспозицияның дөйөм майҙаны 146 квадрат метр һәм бында бөтә залдар ҙа мультимедиа комплекс ярҙамында эшләй. Музейҙың бинаһы ла тарихи интерьерҙы һаҡлап тергеҙелгән.Уның ҡаршыһында эскәмйәлә ултырған Федор Ивановичтың һыны урынлаштырылған.

Мәшһүр опера йырсыһының ижад юлының байтаҡ өлөшө Өфөлә үткән. Федор Шаляпиндың тәүге ҙур роле, бенефисы баш ҡалабыҙҙа 1890 йылда үткән. Ул «Галька» операһын башҡарып тамашасыларҙы таң ҡалдырған. Бөтә донъяла танылыу яулағас та ул Өфөнө, ҡала халҡын йылы хәтирәләр менән иҫкә алған. Башҡортостанда Федор Шаляпин исемендәге музыка музейы Рәсәйҙә күренекле йырсы иҫтәлегенә арналған бишенсе музей буласаҡ.Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған тарихи объект Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса асылды.

Бынан тыш Өфөлә ҡайтарылған исемдәр музейы нигеҙенә лә тәүге таш һалынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән республикала тарихи хәтергә лайыҡлы шәхестәр исеме мәңгеләштерелә.

Флорида Ким