Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды

Хеҙмәттәшлек килешеүҙәре, эшлекле һөйләшеүҙәр, туй йолалары һәм самауыр байрамы. Бөгөн Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Форумда 10-дан ашыу дәүләт делегацияһы ҡатнаша. Тәүге көндөң иҫтәлекле мәлдәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлаша.

Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух. Сибай форумы үҙәк майҙанда иртәнге зарядка менән башланды. Физик күнекмәне донъя чемпионы Джеф Монсон үткәрҙе.

Тәүге көндөң рәсми өлөшөн бизнес шерифтарҙың форумы асты. Сарала һүҙ эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары, инвестициялар йәлеп итеү, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү тураһында бара. Проблемалар тикшерелә. Мәҫәлән, бөрйәндә 400-ҙән ашыу эшҡыуар теркәлгән, төп өлөшө туризм буйынса, әммә ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгел.

Быйылғы инвестиция һабантуйының яңылығы-төбәктәге креатив индустрияларҙың киләсәге буйынса стратегик сессия. Уның сиктәрендә яңы башланғыстар тикшерелә. Форум һөҙөмтәләре буйынса 100 миллиард һумдан ашыуға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу ҡарала. Сарала көньяҡ райондар халҡын борсоған экологик проблемалар ҙа тикшерелә.

Бөтә Рәсәй инвнстиция һабантуйҙа халыҡ кәсептәрен, милли-мәҙәни хазиналарҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе танытыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Быйыл тәүге тапҡыр Самауыр байрамы ойошторолған.

Күргәҙмәлә самауырҙарҙың йөҙҙән ашыу төрө ҡуйылған. 50 литр һыу һыймалы ҙурҙары ла, сувенир рәүешендәге бәләкәй генәләре лә. Самауырҙар формаһы менән генә түгел, эшләнгән йылы, биҙәге, материалы менән дә айырыла. Һәр береһе үҙенсәлекле тарих һаҡлай. Мәҫәлән, ошо самауырға 300 йылдан ашыу, унан легендар командир Василий Чапаев үҙе сәй эскән.

Форумдың тағы бер сағыу өлөшө-туй йолалары менән таныштырыу. Фестиваль тарихи мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, мауыҡтырғыс итеп әҙерләнгән.

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы алтынсы тапҡыр ойошторола. Форум Сибайҙа ике көн дауам итә. Ә йәкшәмбе ҡунаҡтар Әбйәлил районы һабантуйында ҡатнаша.

Рәмзиә Кәримова