Уҙған быуаттың 80-се йылдарында проектланған мәсьәләне бөгөн тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре барлана. Был һорау Аҡъяр ауылында үткән ведомство-ара комиссия ултырышында ҡаралды. Сарала шулай уҡ ер аҫты байлыҡтарын сығарған компанияларҙың эшмәкәрлеге лә тикшерелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ведомство-ара комиссия ағзаларының сираттағы ултырышы. Был юлы фекер алышыу Хәйбулла районында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарған компаниялар тураһында. Бөгөн төбәктә лицензия менән 15 ойошма эшләй. Иң эреләре комиссия алдында һүҙ тотто. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ерҙәрҙе рекультивациялау һәм социаль учреждениеларҙы төҙөү буйынса сығыш яһаны. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт докладтың матур яҙылыуын, әммә һандар рәсми отчеттан айырылыуын билдәләне.
Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, Хәйбулла районы республика ҡаҙнаһын тулыландырыу, шул иҫәптән инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырылған алдынғы төбәк һанала. Тик, һуңғы йылдарҙа ауыр йөк тейәгән машиналар юл торошона ла кире йоғонто яһай.
Ведомство-ара комиссия ағзалары Подольск халҡы менән дә осрашты. Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан ауылдаштар йәмғиәттең төрлө тармаҡтарына бәйле һорауҙарына яуап алды. Улар иҫәбенә яҙғы сәсеү кампанияһының тотҡарланыуына килтергән юлһыҙлыҡ мәсьәләһе, мәҙәниәт йортоноң юҡлығы, киләсәктә Хәйбулла районы аша тимер юл һалыу мәсьәләһе инә.
Әйткәндәй, тимер юл һалына ҡалһа, ул сәнәғәт өсөн генә түгел, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү эшен дә яйға һалыуы ихтимал.
Подольск ауылын күсереү һорауы уҙған быуаттың 80-се йылдарынан күтәрелә. Ошо уҡ ваҡыттан алып Сибайҙан Ырымбур өлкәһенең Сара ауылына тиклем тимер юлын һуҙыу мәсьәләһе лә проекта ҡала. Уның әлегә тиклем тормошҡа ашырылмауына бәйле, урындағы социаль объекттар ҙа ремонт күрмәй, ваҡыт үтеү менән таушала башлай.
Ошоно иҫәпкә алып, республика башлығы иғтибары ярҙамында күптән түгел ауылда мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә. Яҡын арала модулле мәҙәниәт йортоноң сафҡа инеүе көтөлә. Подольск халҡы мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү буйынса ла район етәкселеге һәм «Башҡорт баҡыр» компанияһы тарафынан ойошҡанлы эш алып барыла. Район үҙәгенә күсергә теләүселәргә яңы биҫтәнән фатир тәҡдим ителәсәк. Бөгөн күп ҡатлы йорт төҙөлөшөнә майҙан әҙерләнә.
Осрашыу һуңғыһы булмаясаҡ. Ведомство-ара комиссия ултырышында күтәрелгән һорауҙар теүәл бер айҙан тағы ҡараласаҡ.
Азат Ғәлиуллин