Ведомство-ара комиссия ағзалары бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында ер аҫты байлыҡтарын эшкәрткән намыҫһыҙ эшҡыуарҙы асыҡланы. Документ буйынса ойошма 2028 йылға тиклем файҙаланған участканы эшкәртергә тейеш булған. Әммә, урында техниканың, эшселәрҙең, хатта объекттың паспорты ла булмай сыҡты. Ведомство-ара комиссияның яҡынса ҡарары буйынса әлеге ойошманың лицензияһы туҡтатыла. Эшҡыуарға штрафтан тыш, участканы рекультивациялау бурысы йөкмәтеләсәк.
Ведомство-ара комиссияның күсмә мониторингы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов етәкселегендә үтте. Шулай уҡ унда Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Эшсе төркөм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен һәм социаль йөкләмәләрҙе үтәү-үтәмәүен тикшерҙе.