Махсус студенттар отряды юғары уҡыу йортоноң «Йәштәр һарайы» алдындағы майҙандан оҙатылды. Улар республика ауыл хужалығының бар ойошма-предприятиеларына йәлеп ителәсәк. Йәштәргә практик тәжрибә туплау менән бергә, аҡса эшләү мөмкинлеге лә бирелә. Бөгөн комбайнда эшләгән белгестең эш хаҡы 70 мең һумдан аша Шулай уҡ киләсәктә дипломлы белгескә ҡайҙа эшкә урынлашырға тип борсолаһы түгел. Махсус студенттар отрядының производство практикаһы 31 октябргә тиклем дауам итә.