Башҡортостан уҡытыусылары Донбаста эшләй ала

Луганск халыҡ республикаһында мәктәп педагогтары етмәй. Бында “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы ҡабул ителде. Әле 200-ҙән ашыу заявка килгән. Улар араһында беҙҙең республика вәкилдәре лә бар. Программаға ярашлы ауыл йәки бәләкәй ҡалалар мәктәптәренә эшкә урынлашҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум бирелә. Заявкалар 31 майға тиклем ҡабул ителә.