Тыуған ергә ерегеп. Йәш белгес Азат Әһилиуллин Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ер эшен яратҡан герой хаҡында киләһе яҙмала.
Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлау менән Азат Фәнис улы тыуған ауылы Нурыйға ҡайтып ең һыҙғанып эшкә тотона. Атаһы Фәнис Фәһим улына хужалыҡта ярҙамлаша. 7 йылдан һуң ғына Әһлиуллин крәҫтиән-фермер хужалығын рәсмиләштереп, етәкселекте үҙ ҡулнына ала. Үҫемселектә һәм малсылыҡта ул хаҡлы ялдағы атаһы тәжрибәһенә, ике туған ағаһы Руслан Фәних улына таяна.
Фермер үҫемселек тармағын алға ебәреүҙә дәүләт ярҙамын да тоя. «Кировец-743» тракторын лизингҡа һатып алған. Хужалыҡ баҫыуҙарында бынан тыш «Кировец-735» тракторы, өр-яңы сәсеү комплекстары, «Акрос-595» комбайны, әйләнешле һабан, культиватор, пружиналы тырмалар ҡулланыласаҡ. Үҙ көстәре менән машина трактор паркы ремонтлана, 6 кешегә эш урыны булдырылған.
Азат Әһлиуллин маржиналь культураларҙан көнбағышҡа өҫтөнлөк бирә. Бынан тыш, элиталы бойҙайҙан Ульяновская-105 сортын, һыра өсөн арпа сәсә. Әһлиуллин крәҫтиән-фермер хужалығында сәсеү майҙандары 2 мең гектар тәшкил итә. Фермер ерҙең һәр квадрат метрын заман технологияларын үтәп сәсә.
Гүзәл Борханова