Сибайҙа «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының икенсе көнө үтте

Быйыл көҙ Башҡортостанда Төркиә Республикаһының Генераль консуллығын асыу планлаштырыла. Был мәсьәлә «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының икенсе көнөндә тикшерелде. Сибайҙағы мәртәбәле форум 10-дан ашыу дәүләт делегацияһын ҡабул итте. Иң ҙур состав Ҡытайҙан, Үзбәкстандан, Төркиәнән килгән. Бөгөн инвестиция һабантуйында Башҡортостан башлығы ла ҡатнаша. Радий Хәбиров сит ил делегациялары менән осрашты, инвестиция сәғәтен үткәрҙе. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Форум майҙаны һәр йылдағыса ижади коллективтар сығышынан гөрләп тора. Әммә был тәү ҡарамаҡҡа ғына. Ысынбарлыҡта, тиҫтәгә яҡын майҙанда эшлекле һөйләшеүҙәр бара. Мәҫәлән, Төркиә делегацияһы менән осрашыуҙа ике яҡлы хеҙмәттәшлек барлана. Төркиәлә Башҡортостандың вәкиллеге асылған, был дәүләт республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә икенсе урынды биләй. Әммә мөмкинлектәр тағы ла киңерәк.

Форумдағы иң ҙур делегацияларҙың береһе Үзбәкстандан. Урта Азия дәүләте вәкилдәре Башҡортостанға бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында килгән. Әле 11 хеҙмәттәшлек килешеүе әҙерләнгән. Тәү сиратта туризм тармағы ҡарала.

Форум сиктәрендә Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте»н дә үткәрҙе. Ҡаралған проекттарҙың 70-80 проценты тап ошо көньяҡ райондарҙа ғәмәлгә ашырыла. Улар араһында йорт ҡыйығын ябыуҙа ҡулланыу өсөн керамика валсыҡтары етештереү ҙә, һырғанаҡ үҫтереү ҙә, умартасылыҡ йыһаздары эшләү ҙә планлаштырыла. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһе эшҡыуары Учалы районында малсылыҡ фермаһы асырға ниәтләй. Радий Хәбиров эшҡыуар Ян Токаревҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк тине.

Форумдың пленар өлөшө «Донъя. Иғтибар үҙәгендә Рәсәй» тигән девиз аҫтында үтә. Ысынлап та бөгөн илебеҙ өсөн һынылышлы осор, үҙгәрештәр заманы. Әммә бер ишектәр ябылһа, икенсеһе асыла. Бары тик яңы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен эҙләү мотлаҡ. Бөтә рәсәй инвестиция форумы йүнселдәр өсөн мөмкинлектәр биләмәһе булып тора.

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙанында быйыл тәүге тапҡыр туй йолалары һәм самауыр фестивале ойошторолдо. Ҡунаҡтар быуындан-быуынға ҡомартҡы итеп тапшырылған самауырҙар, уларҙың тарихы менән танышты. Ҡолаҡ тешләтеү, ҡыҙ һоратыу, килен төшөрөү кеүек йолалаларҙы тамаша ҡылды. Кейәү менән кәләш Ишембай районынан, быйыл өйләнешергә йыйынған йәштәр. Ҡатнашырға саҡырғас ҡыуанып риза булдыҡ, үҙебеҙ ҙә никахты боронғо йолалар буйынса үткәрергә йыйына ине, ти улар.

Алтынсы Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының икенсе көнө тамам. Форумда 100 миллиард һумдан ашыуға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлек килешеүҙәре ҡабул ителде. Иртәгә ҡунаҡтар Әбйәлил районында үткән һабан байрамында ҡатнаша.

Сибай форумы ҡатнашыусылар иҫәбе, инвестициялар күләме буйынса данлыҡлы Петербург, Ялта, Көнсығыш форумдарынан айырыла. Әммә ойоштороу кимәле, программаһы буйынса ҡалышмай. Сара тап ошо төбәктең иҡтисадын күтәреүгә йүнәлтелеүе, ҡунаҡтарға инвестиция ҡеүәтен генә түгел, халҡыбыҙҙың кәсептәрен, милли мәҙәни хазиналарын танытыуы менән дә үҙенсәлекле. Әлеге баҙар шарттарында инвесторҙар өсөн көрәш барғанда бөтә алымдарҙы ла ҡулланыу шарт.

Рәмзиә Кәримова