Асҡын районында йыл аҙағына тиклем яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм ауыл табип амбулаторияһы сафҡа инәсәк. Медицина учреждениелары «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау сиктәрендә төҙөлә. Модуль биналар биш ауылда барлыҡҡа киләсәк.
Урмияҙ ауылында табип амбулаторияһын төҙөү өсөн барыһы ла әҙер - иҫке дауахана бинаһы һүтелгән, майҙансыҡ сүп-сарҙан таҙартылған, ере тигеҙләнгән. Әле табиптар халыҡты урындағы интернат бинаһында ҡабул итә. Шунда уҡ амбулатор рәүештә дауаланыу курсын үтергә мөмкин. Урмияҙ ауыл биләмәһенә биш ауыл ҡарай, унда мең ярым кеше йәшәй. Яңы табип амбулаторияһында диспансер тикшереүҙең беренсе этабын үтергә, льготалы дарыуҙар, табиптарға йүнәлеш алырға мөмкин буласаҡ. Районда яңы медицина учреждениеларын асыу аҡ халатлылар өсөн дә уңайлы хеҙмәт шарттарын тәьмин итә. Былар барыһы ла ауыл ерендә халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн мөһим, тинеләр район хакимиәтендә.