Ырымбур өлкәһендә Әхмәҙулла Бейешовтың исеме мәңгеләштерелде

Ырымбур өлкәһе Иҙелбай ауылында билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәҙулла Бейешовтың исеме мәңгеләштерелде.

Тантаналы сара Әхмәҙулла Бейешовтың яҡындары, ауылдаштары һәм Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Башҡортостан автономияһын төҙөүҙә ҡатнашҡан шәхестәрҙең береһе. Ул заманында Ғәҙәттән тыш комиссия рәйесе, өлкә комитетының яуаплы секретары, БАССР-ҙың мәғариф халыҡ комиссары кеүек вазифалы урындарҙы биләй. Сәйәси золом ҡорбаны. 1957 йылда реабилитациялана. Башҡорт халҡының мәнфәғәте өсөн күп көс һалған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәҙулла Бейешов әлегәсә халыҡ араһында билдәһеҙ ҡала. Ошо маҡсатта уның исеме тәү башлап тыуған ауылында мәңгеләштерелде.