Пассажирҙар «Грушин экспрессы» мөмкинлектәрен баһаланы

Өфөнән Златоустҡа- ретропоезда. Рәсәйҙә махсус рәүештә булдырылған «Грушин экспрессы» мөмкинлектәрен Башҡортостандан ярты меңгә яҡын пассажир баһаланы. 1978-cе йылғы состав илдең төп бард фестиваленең илле йыллығына арнап махсус йыһаздандырылған. Музыкаль стилдә, сәхнә ҡуйылған ижади поезд туристарҙы һәм пассажирҙарҙы йөрөтөү өсөн ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

80-се йылдар стилендә йыһазландырылған поезд таң менән юлға сыҡты. «Грушин экспрессы» туристарҙы һәм пассажирҙарҙы йыйып Өфөнән Златоустҡа юлланды. Уҙған йылда ретропоезд Айғыр йүнәлешендә йөрөһә, быйыл уның маршруты киңәйтелә. Ағас эскәмйәләр, музыка ҡоралы формаһындағы өҫтәлдәр, илдең төп бард фестивале тураһында мәғлүмәт, фотоһүрәттәр - вагондарҙың интерьеры ла айырым иғтибарға лайыҡ.

Ретропоездың «Грушин экспрессы» тип аталыуы осраҡлы түгел. Алты вагондың берәүһе сәхнә менән йыһазландырылған. Былтыр «Рәсәй тимер юлы» компанияһы Һамар өлкәһендә Валерий Грушин исемендәге автор йыры фестиваленең илленсе тапҡыр уҙғарылыуына бәйле вагондарҙы тематик яҡтан әҙерләп оло юлға сығарҙы.

Валерий Грушиндың шәхесенә килгәндә, ул 57 йыл элек Себерҙә туристик походта һыуға батҡан балаларҙы ҡотҡарып, геройҙарса һәләк булған. Ҡаһарман гитарасы исемен бөгөн легендар автор йыры фестивале йөрөтә. Башҡортостанда «Грушин экспрессы» Өфө -Златоуст маршруты буйынса юлға даими рәүештә сығыуы көтөлә.

Флорида Ким