Тәжрибәле водолаздар өсөн әле ҡыҙыу осор. Һыу инеү миҙгеленә тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һауа торошо пляжда ҡыҙынырға мөмкинлек бирмәһә лә, ҡотҡарыусылар һыу аҫтын хәүефле предметтарҙан таҙарта. Был юлы баш ҡаланың Затон биҫтәһендәге пляжда водолаздар иң ҡурҡыныс әйберҙе тапты. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
Һыуға ҡотҡарыусылар махсус гидрокостюм кейеп инә. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки һыу әле йылынып өлгөрмәгән. Ә кислород баллоны иһә 3 сәғәткә тиклем етә. Был водолаз оҫталығынан тора. Йәшерәктәрҙең ярты сәғәттә лә бөтөргә мөмкин. Дөрөҫ тын алыу - тәжрибә менән килә торған оҫталыҡ. Алмаз Вәлшин, әйтәйек, һыу төбөн йыйыштырыуҙа икенсе миҙгел ҡатнаша.
5 минут тигәндә, водолаз һыу төбөнән тәүге табышты сығара. Ҡаргиҙәр тағылмаһы бында, билдәле, ҡыштан төшөп ҡалғандыр. Ә тәгәрмәс шинаһы һыу аҫтына нисек килеп эләгеүен фараз итергә генә ҡала. Киләһе табыш: браконьер ауы. Ул буш түгел.
Әле ҡыҫала, киләсәктә кеше ғүмерен ҡотҡарҙы водолаздар.Ау алынмаһа, унда берәй бала буталыуы ихтимал. Һыу бысраҡ булғанлыҡтан, ҡотҡарыусылар башлыса сит әйберҙәрҙе ҡул менән ҡапшап сығара. 2 метрға тиклемге һыу ятҡылығын тикшерә.
Рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле 1 июндән башланһа ла, быйылғы һауа торошо пляжда ҡыҙынырға мөмкинлек бирмәй. Шуға ҡарамаҫтан, водолаздар эшен ваҡытында башҡара. Быйыл Өфөлә генә 10 пляж эшләйәсәк. Алдағы 3 көндә ҡотҡарыусылар алдында уларҙың барыһын да таҙартыу бурысы тора. Граждандар хәүефһеҙлеге - тәү сиратта.
Рәзилә Ғиниәтуллина