Ҡандракүлдә һыу биологик ресурстарына зыян итеүҙе иҫкәртеү маҡсатында рейд уҙғарыла

Ауһыҙ күл. Ҡандракүл тәбиғәт паркы биләмәһендә һыу биологик ресурстарына зыян итеүҙе иҫкәртеү маҡсатында рейд уҙғарыла. Халыҡ фронты Һәм инспекторҙарҙың берлектәге экологик акцияһы хаҡында киләһе яҙмала.

25 апрелдән 5 июнгә тиклем балыҡ ыуылдырыҡ сәскәндә тәбиғәт парктарында, йылға-күлдәрҙә балыҡ аулау тыйыла. Әммә бындай сикләүҙәргә ҡарамай браконьерҙар үҙҙәренең ҡара эшен дауам итә. Рейд барышында бер километрҙан ашыу ау, ике мурҙа һәм ҡыҫала аулау ҡоролмаһы сығарылып балыҡтар һәм ҡыҫалалар һыуға ебәрелде.

Тәбиғәт паркында балыҡ ауларға ярамай. Бында браконьерҙар ярҙан кәмәләрҙә туҡтау өсөн махсус урын әҙерләгән. Беҙ был биләмәлә балыҡ тотоуҙа рөхсәт ителмәгән ҡорамалдар таптыҡ.

Константин Ламзутов, дәүләт инспекторы

Ҡандракүл Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләй. Таҙа һыулы күлде Уралдағы Байкал тип тә атайҙар. Ыуылдырыҡ сәскән осорҙа балыҡты ырғаҡтары икәүҙән артмаған ҡармаҡҡа тотоу рәхсәт ителә, әммә спиллингтар ҡулланыу, ау йәтмәләре ҡуйыу бөтөнләй тыйыла. Балыҡ аулаусыларға 5 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Ә тағы ла күберәк күләмдә хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгәндә эш тәфтиш органдарына тапшырыла. Рейд барышында ярҙан ҡармаҡ һалыусылар балыҡ тотоу тәртибе хаҡында иҫкәртелде.

Балыҡ ыуылдырыҡ сәскән осорҙа һыу киңлектәрендә моторлы кәмәләрҙә йөрөү ҙә рөхсәт ителмәй. Бындай сикләүҙәр һыу сығанаҡтарына зыян килтермәү, йылға-күлдәрҙең биологик төрлөлөгөн һаҡлау маҡсатында башҡарыла.

Гүзәл Борханова