Өфө фән һәм технологиялар университетында студенттар өсөн интенсив курс ойошторола башланы

«Медиадрайвер» тип аталған уҡыуҙар барышында йәштәр социаль мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырырға өйрәнә. Студенттар проекттар уйлап табып уны киң аудиторияға тәҡдим итеү, һатыу, проектты киңәйтеү өҫтөндә эшләне. Уларға төрлө йүнәлештәге тәжрибәле белгестәр ярҙам итә. Стартаптар менән бәйле интенсив курс бушлай ойошторола. Программа буйынса 500-ләп студент эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә тәүге проекттарын башларға иәҫәп тота. «Медиадрайвер» Рәсәйҙә 2020 йылдан алып үткәрелә.