Контр-Адмирал Михаил Бакаев исемендәге Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәге өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ойошторолоуға 50 йыл. Үҙәктә ошо уңайҙан байрам тантанаһы ойошторолдо. Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан үҙәктең эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
Өфө балалар диңгеҙ үҙәгенең тарихы 1964 йылға барып тоташа. Баш ҡала мәктәптәренең береһендә йылға буйлап сәйәхәт итеү өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй суднолар төҙөү өсөн түңәрәк ойошторола. 1974 йылда рәсми рәүештә мәктәптән тыш учреждение-Өфө ҡалаһының «Йәш диңгеҙсе» клубы барлыҡҡа килә.
Өҫтәмә белем биреү үҙәгендә үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләү маҡсаты тормошҡа ашырыла. Сығарылыш уҡыусылары араһында армия, флот, махсус подразделение офицерҙары бар.
Үҙәктә белем биреү хәрби-патриотик, социаль-гуманитар, техник, художество һәм спорт йүнәлештәрендә алып барыла. Уҡыусылар төрлө сараларҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Хәрби кейемдәрҙәге өлкән класс уҡыусыларының бөтәһенең дә тиерлек түштәрендә миҙалдар сыңлай.
Соловецкий мәктәбе юнгтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар ойошторған музей эшләп килә. Хәрби-диңгеҙ флотының хәрби дан музейында Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән караптарҙың макеттары һаҡлана. Бында шанлы йылдарҙа хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәрҙең тормош юлы менән дә танышырға мөмкин.
Балалар диңгеҙ үҙәгендә 7 йәштән 18 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәргә 14 төрлө йүнәлештә өҫтәмә белем биреү алып барыла. Үҙәк Волга буйы федераль округында берҙән- бер һанала.
Рәмилә Исмәғилева