Ике ил лидерҙары Владимир Путин менән Шәүкәт Мирзиёев ҡатнашҡан форумда Рәсәй-Үзбәкстан мөнәсәбәттәрен һәм төбәк хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү перспективалары тикшерелде.
Совет ултырышында Рәсәйҙән ике тиҫтәнән ашыу субъект губернаторы, шул иҫәптән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Көн тәртибе киң, ул сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү, ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек, инновациялар индереү һәм һанлы технологиялар кеүек көнүҙәк темаларҙы үҙ эсенә алды. Бөгөн 78 Рәсәй төбәге Үзбәкстан өлкәләре менән үҙ-ара файҙалы партнерлыҡ алып бара. Әлеге ваҡытта төбәктәр кимәлендә дүрт миллиард долларлыҡ 200-ҙән ашыу берлектәге проект тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, төбәктәр биш миллиард долларлыҡ яңы килешеүҙәр пакетын әҙерләгән.
Төбәктәр советының беренсе ултырышы майҙанында Башҡортостан менән Үзбәкстан өлкәләре араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ташкентта технопарк эше менән танышты. Сәнәғәт майҙансығы 2019 йылда барлыҡҡа килгән һәм ул Урта Азияла иң ҙуры һанала.
Элекке авиация предприятиеһы - хәҙерге технопарк. Ташкентта ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә донъя кимәлендә эшләгән етештереүселәр менән партнерлыҡта 16 предприятие төҙөлгән. Бында кондиционерҙар, лифт, эскалатор, кер йыуғыстар, һыу йылытҡыстар һәм башҡа бик күп көнкүреш техникаһы етештерелә. Эшкә 5 мең тирәһе кеше йәлеп ителгән. Был уңышлы тәжрибәне башҡорт-үзбәк технопаркын ойоштороуҙа ла файҙаланырға мөмкин, тине Радий Хәбиров.