Башҡортостанда көнкүреш тауарҙары етештереү буйынса технопарк асыу ҡарала

Радий Хәбиров Үзбәкстанға сәфәре барышында шул турала белдерҙе. Республика Башлығы Ташкентта технопарк эшмәкәрлеге менән танышты. Бында сәнәғәт елләткестәре һәм һыуытҡыстары, лифт һәм эскалаторҙар, кер йыуыу машиналары, йорт йыһаздары һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре сығарыла. Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләсәктә Башҡортостанда ла ошондай майҙансыҡ булдырыу мөмкинлеге өйрәнелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре советы ултырышы үтте. уның барышында Башҡортостан һәм Ташкент, Фирғәнә өлкәләре араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Радий Хәбиров дуҫ илгә сәфәре барышында Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашты.