Дәүләт башлығы портретын Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тапшырҙы. Өфөлә Рәсәй президентының ҡабул итеү бүлмәһендә мәктәп уҡыусыһы ғаиләһе менән осрашыу үтте. Быға тиклем Кирилл Ҡасимов Владимир Путинға хат яҙған. Ул автографлы президент фоторәсемен һораған һәм киләсәктә татамиҙа осрашырға теләк белдергән ине. Кирилл дәүләт башлығы кеүек дзюдо менән шөғөлләнә. Алексей Касьянов ҡабул итеү бүлмәһе буйлап экскурсия үткәрҙе һәм үҫмергә уңыштар теләне.