Башҡортостанда ҡотҡарыусыларға һыу ингән халыҡҡа штраф һалыу хоҡуғы бирелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон проекты әҙерләгән. Уға ярашлы, рөхсәт ителмәгән урында йәки эскән килеш һыу ингән өсөн ябай кешеләргә 5 мең һумғаса штраф һалына. Пляжда хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итмәгән өсөн юридик шәхестәргә 25 мең һум түләргә тура киләсәк. Закон проекты был аҙнала пленар ултырышта ҡарала. Өфөлә һыу инеү миҙгеле 1 июндә башлана, 10 пляж йыһазландырыла.