Стәрлебаш районында янғын иҫкәрткән мини-датчик ярҙамында өс кеше ҡотҡарылған

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға Йәшергән ауылында теркәлгән. Өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән ейәне төндә мини-датчик тауышын ишетеп ҡала. Ҡаҙанлыҡ бүлмәһендә ут сыҡҡан була. Йәш кеше өләсәһе һәм ағаһын йорттан сығарып өлгөрә. Республикала һуңғы биш йылда 500 меңдән ашыу кешегә янғынды иҫкәрткән мини-датчик таратылды.