Андрей Назаров Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мәктәптәрҙә аш-һыуҙы төрләндерергә ҡушты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мәктәптәрҙә аш-һыуҙы төрләндерергә ҡушты. Ведомство алдында бындай бурыс Республика йортонда район-ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ҡуйылды.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу һәм уның сифатына бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Йылдың 4 айында Социаль туҡланыу идаралығы вәкилдәре 275 тапҡыр мәктәп ашханаларына сыҡҡан. Уларҙың 7 проценты - ата-әсәләр мөрәжәғәттәре буйынса.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, сеймал һәм әҙер аш-һыуға лаборатор контроль көсәйә. Дөйөм алғанда, ыңғай динамика күҙәтелә. Талаптарҙы боҙоу осраҡтары кәмей. Был шулай уҡ аш-һыу әҙерләү технологияһы һәм балалар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнмәгән продукцияны ҡулланыуға ла ҡағыла. Шуға ҡарамаҫтан, мәктәп туҡланыуы картаһында борсоуға һалған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел.