Ағиҙелгә 23 мең уҡбалыҡ ебәрелде

Бөрө районына балыҡтар Мәскәү өлкәһенән килтерелгән. Уларҙы үрсетеү менән һыу биоресурстарын тергеҙеү өлкәһендә эшләгән ойошма шөғөлләнә. Йәш уҡбалыҡтарҙың ауырлығы өс-биш грамм, ә дөйөм ауырлығы 96 килограмм самаһы тәшкил итә. Республикаға улар махсус транспортта килтерелде һәм һыуға гофралы торба ярҙамында ебәрелде.

Сара балыҡсылыҡ тармағы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, Дәүләт Думаһы депутаттары күҙәтеүендә үтте. Йыл һайын Ағиҙел йылғаһына 200 меңләп йәш балыҡ ебәрелә. Балыҡ үрсетеү башҡа йылғаларҙа һәм һыу ятҡылыҡтарында ла башҡарыла.