Бөгөн - сик буйы ғәскәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Баймаҡ районында бик күп саралар - Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында хәрби-спорт ярышы, ҡаланың «Еңеү» паркында байрам митингы үтте. Йәшел фуражкалылар шулай уҡ хеҙмәттәштәрен дә онотманы районда автоуҙыш ойоштороп, уларҙың ғаиләләре менән осрашты.
Өс йыл рәттән ҡаланың мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары араһында ил сиге һаҡсылары көнө алдынан «Ватан» хәрби-спорт ярышы уҙғарыла. Быйыл уйындарҙа 5 команда ҡатнашты. Егеттәр автоматты һүтеп йыйыу, граната ташлау, автоматтан атыу, сәпкә бысаҡ менән ташлау кеүек ярыштарҙа көс һынашты.
Был ярышты райондың «Хәрби ҡәрҙәшлек» ойошмаһында тороусы кисәге ил һаҡсылары үҙ өҫтөнә алды. Спорт байрамынан иң оло пограничник - Йылым ауылынан 84 йәшлек Дамулла Кәйекбирҙин да ситтә ҡалманы.
Сик һаҡсылары районда үҙҙәренең берҙәмлектәре менән айырылып тора. Улар араһында матур ғаилә ҡороп, үҙ эшен асҡан, башҡаларға үрнәк булырҙай ир азаматтары күп. Дуҫлыҡ ептәрен һүрелтмәйҙәр. Быйылғы осрашыу ҙа хәтирәләргә, иҫтәлектәргә бай булды. Ветерандарға рәхмәт хаттары, юбилей миҙалдары тапшырылды.
Ватаныбыҙҙы һаҡлау - ир-егеттәр иңенә һалынған яуаплы хеҙмәт. Яңы быуын сик ғәскәрҙәре һаҡсылары ла традицияларҙы хөрмәт һәм намыҫ менән дауам итә. Артабан да көндәребеҙ имен, сиктәребеҙ һәр саҡ тыныс булһын!
Раушания Рәхимова