Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яйлап тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу мөһим. Был ябай эш түгел. Һалдаттарҙы ғәҙәти йәшәйешкә күнектереү өсөн бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк, ти Мәскәүҙән хәрби психолог Виктория Голобородова. “Һәр яугир өсөн айырым реабилитация программаһы төҙөлә”, - ти Хәрби хәрәкәттәр инвлидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан парламенты депутаты Әлфит Ниғмәтйәнов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯугирҙәр һәм уларҙың яҡындары “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт итә ала. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йорт. Фонд филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, республикала махсус хәрби операция ветерандарынан 40 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. “Медицина һәм психология реабилитацияһына, социаль проблемаларға бәйле һоруҙар күп. Беҙ ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы протездар, техник саралар менән тәьмин итәбеҙ. Улар йәшәгән һәм эшләгән урындарҙа уңайлы мөхит булдырабыҙ. “Яугирҙәр “Геройҙар дәүере” кадрҙар программаһына ҡушыла ала”, - тине Гөлнур Ҡолһарина. Проект ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.