Башҡортостанда иң яҡшы юл яны объекты билдәләнә

Республика конкурсы иғлан ителде. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, төп маҡсат - юл инфраструктураһы үҫешенә инвестиция йәлеп итеү, был өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыу. Конкурста күп функциялы комплекс, ҡунаҡхана,  яғыулыҡ станцияһы, сауҙа предприятиеһы, ашхана, транспортты хеҙмәтләндереү урындары араһында иң яҡшылары асыҡлана.