Ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы Башҡортостанда 2019 йылдан республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Биш йыл эсендә 1300-ҙән ашыу ихата төҙөкләндерелгән. Әлеге ваҡытта Степан Кувыкин һәм Октябрь революцияһы урамдарында ике ихата төҙөкләндерелә. Проектты тормошҡа ашырыу һәм киләсәккә пландар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Элек бында иҫке бәүелсәктәр, бәләкәй карусель һәм ҡом өйөмө булған.Тиҙҙән улар урынында яңы, заманса майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. «Башҡорт ихаталары» проекты ярҙамында көҙөн был ихата алды танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.
Ихатаның яңы йөҙөн, унда башҡарылаһы эштәрҙе торлаҡ хужалары ике йыл элек дөйөм йыйылышта үҙҙәре үк хәл иткән. Шунда уҡ оҙаҡҡа һуҙмай төбәк программаһында ҡатнашырға ҡарар иткәндәр.
Ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһы күп яҡлы. Төп объекттарҙан тыш, күп фатирлы йортта йәшәүселәр техник шарттар булғанда башҡа эш төрҙәрен башҡарыуға ла ғариза ҡалдыра ала.
Быйыл апрелдә уҙған «Управдом» форумы ултырышында Башҡортостан башлығы, «Башҡорт ихаталары» программаһы ҡалаларҙан тыш та дауам ителәсәк, тип белдерҙе.
Проект республиканың инициативалы гражданларына иҫәпләнгән. Уны хужаларҙың ризалығы менән генә тормошҡа ашырырға мөмкин, ә бының өсөн йыйылыш үткәрергә, концепция әҙерләүҙә ҡатнашырға кәрәк.
«Башҡорт ихаталары» программаһында ҡатнашыу өсөн дөйөм йыйылыш үткәрергә, тауыш бирергә һәм милекселәрҙән инициативалы төркөм йыйырға кәрәк. Милекселәр менән килешеүһеҙ төҙөкләндереү эштәре башҡарылмай. 2024 йылда республиканың 33 муниципалитетында 143 ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Бының өсөн миллиард һум аҡса бүленгән.
Гүзәл Борханова