Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында операция үткәргән пациенттарҙы реабилитациялауҙа виртуаль күҙлектәр йәлеп ителә. Белгестәр фекеренсә, виртуаль күҙлектәр пациенттарға ыңғай хис-тойғолар туплап тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итәсәк. Әмәлиәттән һуң борсолоу, депрессия хәлендә булған пациенттарҙы тынысландырыу ысулы тиҙҙән киң ҡулланылыр тип күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Сергей Тригуб бер нисә минутҡа гөл-сәскәгә күмелгән йәшел урманға барып сыға. Операция үткәргән пациентты табиптар виртуаль күҙлек аша ыңғай хис-тойғолар донъяһына оҙата. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында виртуаль күҙлектәр реабилитация саралары программаһына индерелә башлаған.
Операция үткәргән пациенттарҙың 20-30 проценты дауаланыу осоронда депрессия, борсолоу, хафаланыу кеүек тәьҫораттар кисерә. Уларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн табиптар реабилитация сараларын киңәйтергә тырыша. Аҡ халатлылар виртуаль күҙлектәрҙең сәләмәтлеккә ыңғай йоғонтоһон билдәләп, уны дарыуҙар терапияһы менән берлектә файҙалана.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бер юлы 50 пациент реаблитация үтә ала.Әмәлиәттән һуң улар махсус ҡоролмалар ярҙамында ике-өс аҙна дауамында һаулығын нығытып, көс туплай.
Виртуаль киңлектә йәшел урман, диңгеҙ буйында хәрәкәт итеү пациенттың психик хәленә, кәйефенә ыңғай йоғонто яһай.Табиптар һәйбәт тәьҫораттар һәм позитив уйҙар һәр пациенттың кәйефен күтәреп, йәшәүгә көс бирә тигән фекерҙә.
Флорида Ким