Баш ҡаланың Нуғай ауылында Рус мәҙәниәте үҙәге асылды

Музейҙағы экспонаттар араһында бер быуатлыҡ экспонаттар ҙа бар. Тарихи майҙанды ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәүләт ярҙамында булдырған. Бынан тыш, клубтың техник тәьминәтте байытылған, яңы костюмдар һатып алынған. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Бер быуатлыҡ йөн иләүес - Скорняковтар ғаиләһе ҡомартҡыһы. Боронғо булһа ла, ул әле һаман яраҡлы. Николай Скорняков уны яңы асылған музейға тапшырған. Йәл түгел: уның ошондай уҡ икенсеһе бар. Иң мөһиме, балаларға ҡыҙыҡлы булһын, ти пенсионер.

Экспонат музейҙа иң боронғоларҙың береһе. Ҡомартҡыларҙа рус халҡының бай тарихлы үткәне сағыла. Милли кейемдәр, боронғо кәсеп ҡорамалдары, һауыт-һаба - былар барыһы ла урта быуат рус ғаиләһе ихатаһына алып ҡайтҡандай.

Тарихи үҙәк «Мәҙәни башланғыстар» Президент фонды гранты ярҙамында асылған. Хеҙмәткәрҙәр проектҡа ярты миллион һум аҡса йәлеп иткән.

Бер йыл эшләйәсәк үҙәктә төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡарала. Николай Скорняков, әйтәйек, йүкәнән көнкүреш әйберҙәре үреү оҫталығы менән бүлешмәксе. Киләсәктә ойоштороусылар башҡа милләт мәҙәниәте үҙәктәрен дә асырға ниәтләй.

Рәзилә Ғиниәтуллина