Башҡортостан милли архивында танылған яҙыусы Шәриф Биҡҡолдоң тыуыуына йөҙ йыл тулыу уңайынан күргәҙмә эшләй башланы. Экспозицияла яҙыусының әҫәрҙәренән тыш, көнкүреш әйберҙәре, шәхси документтары урын алған. Күргәҙмәгә килеүселәр әҙиптең тормош юлы, мауығыуҙары, ҡомары тураһында ла күреп белә ала.