Республика Хөкүмәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен кәметеү буйынса дәүләт программаһы үтәлеше ҡаралды. Уға ярашлы 15 төркөмгә ингән кешеләргә мини-датчиктар бушлай таратыла. Бының өсөн 180 миллион һум тотонолдо. 5 йыл дауамында 600 меңдән ашыу кешегә бирелгән. Янғынды иҫкәрткән мини-сирена алыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ғариза яҙып ҡалдырырға, шулай уҡ күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә була.